Стәрлетамаҡ ирекмәндәре МХО-ла ҡатнашыусыларға йөҙгә яҡын тактик носилка эшләп оҙатҡан

Каркасһыҙ ҡоролманы хәрбиҙәр оператив эвакуация ваҡытында ҡуллана ала. Етештереү материалы булараҡ ауыр туҡыма - брезент һайлап алынған. Уны һатып алырға бағыусылар ярҙам итә. Теген эшенә килгәндә, пенсионер Светлана Марушкина - иң әүҙем оҫталарҙың береһе. Уның тормош иптәше лә, улы ла хәрби.

Гуманитар ылау оҙатҡанда ир-егеттәргә теләгем бер: был носилкалар маҡсатлы тотонолмаһын, ергә түшәү өсөн генә файҙаланһын. Һәм ысынлап та, күптәр йәйгеһен засадала ятҡанда ҡулланған. Ул һыу үткәрмәй, шуға ямғырҙан йәшенеү сараһына ла әйләнгән.

Светлана Марушкина, «Фронтҡа ярҙам. Йөрәк саҡырыуы» ирекмәндәр хәрәкәте координаторы