Ҡышҡы тимер юл экспресы ошо шәмбе йөрөй башлай. Поезд ял көндәре Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө маршруты буйлап хәрәкәт итә. “Рәсәй тимер юлы” мобиль ҡушымтаһы аша билет һатып алғанда ташлама була. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ярты хаҡҡа йөрөй ала. Башҡортостанда 14 тау саңғыһы комплексы халыҡты ҡабул итергә әҙерләнә. Әле туристар өсөн 4 курорт эшләй башланы.