Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, һуңғы 5 йылда сүп-сар ташыу күрһәткесе 99 процентҡа еткән. Контейнерҙар һаны дүрт тапҡырға артҡан һәм төбәк операторҙары техникаһы паркы яңыртылған, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу пункттары асыла. Беҙҙең республика экология рейтингында 9-сы урынға ҡуйылды. Бер йылда 47 баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелде.