Роснефткә ҡараған “Башнефть” компанияһы быйыл "Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары 2023” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Юғары наградаға алты продукт лайыҡ булды.«Өфөоргсинтез» предприятиеһының СКЭПТ-э каучугы «Золотая сотня», «Новинка» дипломын алды. Иң яҡшы йөҙ тауар исемлегенә юғары баҫымлы полиэтилен да инде. Башнефть - Уфанефтехим «ҡышҡы дизель», Башнефть – Новойл «йәйге дизель яғыулығы», Башнефть УНПЗ - АИ-95-к5 бензины һәм миҙгел-ара дизель яғыулығы юғары баһаланды.Был еңеү «Башнефть» предприятиеларына киләһе ике йылда продукция сифаты паспорттарына «Рәсәйҙең Иң яҡшы Йөҙ тауары» билдәһен ҡуйыу хоҡуғын бирә.Шулай уҡ «Өфөоргсинтез»дың дүрт хеҙмәткәре һәм «Башнефть-УНПЗ»дың бер хеҙмәткәре стандартлаштырыу һәм продукция сифаты өлкәһендәге юғары күрһәткестәре өсөн быйыл Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновациялар министрлығы наградаларын алды.