Бөрйәндәр баш ҡалала спартакиада үткәрә

Унда райондың төрлө ауылдарынан командалар ҡатнаша. Спортсылар волейбол, гер күтәреү, шахмат, уҡ атыу кеүек 16 спорт төрөндә көс һынаша. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт комплексында волейбол буйынса ярыштар үтте. Беренселекте Кейекбай ауылынан “Шүлгән” командаһы яуланы, икенсе-өсөнсө урынды Байназар ауылы командалары бүлеште. Спартакиада еңеүселәре киләһе йылда “Яҡташтар һабантуйын”да билдәләнә.