Стәрлетамаҡ районы умартасыһы Рөстәм Резбаев махсус хәрби операция биләмәһенә тоннанан ашыу йүкә балы оҙатҡан. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
«Төбәктең тәжрибәле умартасыларының береһе был өлкәгә 40 йыллап ғүмерен арнаған. Бөгөн ул 50 күстән башлаған хужалығын 660 умартаға еткергән. Предприятиела балды эшкәртеү һәм фасовкалау өсөн заманса ҡорамал ҡуйылған.
Рөстәм Резбаевтың тырышлығы менән шифалы башҡорт балының даны Канада, Америка һәм Ҡытайға барып еткән. Киләсәктә умартасы Ҡытайҙа бал һатыу буйынса шәхси компанияһын асырға ниәтләй. Быйыл Рөстәм Резбаевтың хужалығында 25, республика буйынса 6 мең тонна бал алынған. Быйылғы һауа шарттарында был лайыҡлы һөҙөмтә.» тип белдергән төбәк етәксеһе.