Синоптиктар сатлама һыуыҡтар үтеп, алдағы көндәрҙә һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүен фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала 15, 20, көнсығыш төбәктәрҙә 25 градус һыуыҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәгә төндә 20, 25, көнсығыш райондарҙа 27- 32, көндөҙ 11, 16 градус тирәһе һыуыҡ булһа, 15 декабрҙә төндә 15 -20, көндөҙ 10, 15 градус һалҡын күрһәтә.