Республика Профсоюздар йортонда Сибай ҡалаһы балалар художество мәктәбенең күргәҙмәһе асылды

Экспозицияға белем усағын тамамлаусыларҙың картиналары, ҡул эштәре ҡуйылған. Күргәҙмәгә художество мәктәбендә уҡыусы балалар ҙа йәлеп ителгән. Малай-ҡыҙҙар теккән үҙенсәлекле кейемдәрҙән дефиле лә ойошторолдо. Сара рәссамдарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Сибайҙа тыуып үҫеүсе ижадсыларҙы бер майҙанға йыйҙы.