Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһының етенсе составы Республика Башлығы менән осрашты

Яңы состав сафта. Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһының етенсе составы бөгөн Республика Башлығы менән осрашты. Осрашыуҙа һүҙ башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Радий Хәбиров Палата ағзаларын әүҙемерәк һәм ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы. Һөҙөмтәләр һәм маҡсаттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция. Алтынсы составҡа ил, республика өсөн ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә йәмәғәт палатаһы ағзалары әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтә, илһөйәрлек өлгөһө булып ҡала. Улар власть органдары менән берлектә халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыуҙа, ярҙам ойоштороуҙа алғы һыҙыҡҡа баҫа.

Йәмәғәт палатаһы сәйәси кампанияның асыҡлығын, ғәҙеллеген тәьмин итеү маҡсатында һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен булдырыу тәҡдимен индерә һәм был ниәтте уңышлы тормошҡа ашыра. Шулай уҡ Палата тарафынан йәмғиәттә ир-егеттәрҙең абруйын күтәреү, өлгөлө ғаилә башлыҡтарын данлау маҡсатында «Атайлыҡ даны» наградаһы булдырыла. йәмәғәт палатаһы Башҡортостан башлығы гранттары буйынса проекттар эшмәкәрлеген дә алып бара. Яңы ағзалар әйтеүенсә, уңышлы башланғыстарҙы артабан да дауам итеү мотлаҡ.

Йәмәғәт палатаһы дәүләт органдарының ышаныслы таянысы, терәге. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция гражданлыҡ институттарының беҙҙең тормошта ныҡлы урын биләүен иҫбатланы. Күп кенә бурыстар тап ирекмәндәр ярҙамында тормошҡа ашырылды. Башҡортостан башлығы бөгөн иң әүҙем хәрәкәт ағзаларына махсус билдә тапшырҙы. Бүәләкләнеүселәр араһында көмөш ирекмәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә бар. Өфөнөң 21-се лицейы уҡыусыһы, йәш ирекмән Анастасия Цветкова Башҡортостан башлығына ярҙамы өсөн шиғри юлдар аша рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһы 30 ағзаны берләштерә. Башҡортостан башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай 10-ар кеше тәҡдим итә. Улар тағы ла 10 ағзаны һайлай. Был юлы состав 60 процентҡа тиклем яңырған. Палата төрлө быуын, һөнәр эйәләрен берләштерә. Әммә бөтәһен дә уртаҡ маҡсат бәйләй, Башҡортостан халҡының мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү.

Рәмзиә Кәримова