Радий Хәбиров Бангладеш Халыҡ республикаһы тулы хоҡуҡлы илсеһе Камрул Ахсан менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бангладеш Халыҡ республикаһы тулы хоҡуҡлы илсеһе Камрул Ахсан менән осрашты. Ултырышта ике төбәк араһында сәнәғәт, аграр тармаҡтарҙа, мәғариф өлкәһендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды. Бангладеш республикаһы суднолар төҙөү, тау-байыҡтырыу эшмәкәрлеге менән билдәле төбәк.

Киләһе йыл квота буйынса Башҡортостанға Бангладештан эшсе ҡулдар йәлеп итеү күҙаллана. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә кадрҙар дефицитын кәметеү өсөн проект әҙерләгән. Уға ярашлы, республика ойошмаларына тәжрибәле инженерҙар, иретеп-йәбештереүселәр тәжрибә уртаҡлашырға саҡырыласаҡ.

Эшлекле осрашыуҙа ике республика араһында тауар әйләнешен арттырыу, сәнәғәт тармағында тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләренә туҡталдыҡ. Башҡортостанға юғары квалификациялы белгестәребеҙҙе ебәрергә әҙербеҙ. Хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләргә килтерер тигән ышаныстабыҙ.

Камрул Ахсан, Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе