Башҡортостан» телерадиокампанияһы акционерҙар йәмғиәте «Юлдаш» радиоһы сәйәси күҙәтеүсеһе, үткер ҡәләмле журналист Бәйтулла Фәтҡуллин махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бөгөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Бәйтулла Шәрифулла улына ла махсус хәрби операция биләмәһе яҡшы таныш. Радиотыңлаусылар уны эш сәфәре менән урында булып, эфирға сығарған махсус репортаждар авторы булараҡ та белә. Ил мәнфәғәтен мәғлүмәт фронтынан тыш, ҡулына ҡорал алып яҡлаясаҡ журналист хаҡында киләһе яҙмала.
Тармаҡ етәкселеге, яратҡан коллегалары ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа. «Юлдаш» радиоһының иң оператив, һәләтле журналисына Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Ғаилә хәлдәре һәм тығыҙ эш графигы сәбәпле был тантана кисектерелеп торған. Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хәрби булараҡ ил һағына баҫыусы журналистҡа Еңеү менән ҡайтыуын теләне.
Бәйтулла Фәтҡуллиндың исеме радиотыңлаусылрға яҡшы таныш. Ул «Юлдаш» радиоһының алыштырғыһыҙ сәйәси күҙәтеүсеһе, сирек быуаттан ашыу журналистиканың иң яуаплы өлкәһендә ижтимағи-сәйәси өлкәлә хеҙмәт итә. «Башҡортостан» телерадиокампанияһы акционерҙар йәмғиәтенән икенсе журналист махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Үҙенең ҡыйыу ҡарары хаҡында ғаиләһенә Бәйтулла Шәрифулла улы тыуған көн табынында белдергән.
Олпат, тәжрибәле журналист, йәрәк ҡушыуы буйынса ил һағына баҫа. Рәсәй ҡораллы көстәре менән котракт төҙөп, хеҙмәткә алыныуы -төптән уйланылған. Коллегалары хеҙмәттәштәренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.
Гүзәл Борханова