Дәүләт техник күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн Өфөнөң яңы йыл майҙансыҡтарында һырғалаҡ ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерҙе.
«Ҡашҡаҙан» паркында ағастан ике һырғалаҡ ҡорола. Эксперттар ҡоролманың параметрҙарын тикшерҙе. Балаларға тау шыуыу шатлыҡ хистәре тыуҙырһын өсөн уларҙың хәүефһеҙ булыуы мөһим. Рейд барышында ҡоролмаларҙың Дәүләт стандарты талаптарына яуап биреүе, ныҡлылығы иҫәпкә алына.
Декабрь уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан, быйыл әле яңы йыл майҙандары әҙер түгел. Майҙандарға боҙ килтерелгән, уларҙан әкиәт геройҙары эшләү өсөн яҡынса ун көн ваҡыт китәсәк, ти яуаплы ограндар.