Өфөнән Рәмилә Талипова мамыҡтан шыршы уйынсыҡтары яһай

Яңы йыл бүләге. Өфөнән Рәмилә Талипова мамыҡтан шыршы уйынсыҡтары яһап, төрлө йәрминкә-күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өйө лә ҡул эштәре менән тулы, ысын әкиәт илен хәтерләтә. Оҫтаның ижады менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Шыршылағы уйынсыҡтарҙың барыһы ла - әкиәт, йә йәнһүрәт персонаждары. Рәмилә Ғиндулла ҡыҙы уларҙы үҙ ҡулдары менән яһаған. Тәүге осорҙа оҫта кейеҙ баҫыу, ҡурсаҡ тегеү менән шөғөлләнһә, һуңынан мамыҡтан уйынсыҡтар эшләй башлаған. Етештереү технологияһын интернет аша үҙаллы, шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә үҙләштергән.

Рәмилә Талипова сирек быуатҡа яҡын аэропортта эшләп, хаҡлы ялда яратҡан шөғөлөн тапҡан. Оҫтаның коллекцияһы көндән-көн тулылана. Әле Аждаһа йылына яңы уйынсыҡтар эшләй. Сымдан ҡоролған фигураны мамыҡ менән урау, образдың йөҙөн биҙәү - мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс процесс.

Рәмилә Талипованың ҡыҙы ла ижадҡа ғашиҡ. Әсәһе менән бергә төрлө конкурс-йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл сентябрҙә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй фестиваленән дә ситтә ҡалмағандар. Мамыҡ уйынсыҡтарҙан тыш, экспозицияға үҫтереүсе йәбешкәк ҡағыҙлы уйын-альбомдар тәҡдим иткәндәр.

«Әйҙә уйнарға!» фестивале - яратҡан шөғөлдө үҫтереүгә көс-дәрт өҫтәне. Балалар минең авторлыҡтағы уйындарҙан, сағыу альбомдарҙан хайран ҡалды. Яңы йыл йыйынтыҡтарым да бар, бында ла иллюстраторлыҡ оҫталығымды күрһәттем, һүрәттәрҙе үҙем төшөрҙөм.

Римма Щербенок, Рәмилә Талипованың ҡыҙы

Рәмилә Талипованы ла бит тап балалары ижадҡа ылыҡтырған, төрлө оҫталыҡ дәрестәрен үтеүгә курстар бүләк иткәндәр. Яңы йыл да хәҙер ғаиләнең яратҡан һәм иң көтөп алынған байрамына әйләнгән. Әйткәндәй, оҫталарҙың ҡул эштәрен тиҙҙән Өфөлә үтәсәк ҙур Яңы йыл йәрминкәһендә күреп буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина