Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Анна Попова белдерҙе. - Үткән аҙнала илдә 107 мең кеше ковид йоҡторған. Шулай уҡ грипп һәм һалҡын тейҙереп ауырыусылар һаны арта, тине ул. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 401 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған.