Башҡортостанда тауыҡ йомортҡаһына хаҡ артыу сәбәбе тикшерелә

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, был продукция ҡапыл ҡиммәтләнгән. Хаҡ артыуы инфляциянан бер нисә тапҡырға юғары. Парламенттың профилле комитетына  был хәлде ентекле өйрәнергә  ҡушылды. Кибеттәргә рейдтар булыуы ихтимал.