Радий Хәбиров халыҡты Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

- Бөгөн Башҡорт теле көнөн билдәләнә. Башҡорт телендә  һөйләшкәндер, телде өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым. Туған телде беләйек, ҡәҙерләйек, үҫтерәйек, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә.  Республика Башлығы башҡорт телендә һөйләшеүсе "Һомай" колонкаһы  тураһында  ла  яҙҙы.  - Ул башҡорт һәм рус телен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, төрлө һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлау, башҡорт аш-һыу рецепттарын табыу мөмкинлеге бар. Колонка камиллаша бара, - ти Радий Хәбиров.