Илеш районының Үрмәт ауылында яңы фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды

 Ул “Сәләмәтлек” милли проекты ярҙамында төҙөлгән. учреждение халыҡҡа сифатлы ярҙам  күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда процедура һәм прививка яһау кабинеттары, ҡабул итеү урыны, дарыу һаҡлау һәм персонал өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Яңы ФАП 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.