Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамы менән ойошторола. Акцияға Рәсәй составына быйыл ингән төбәктәрҙән, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ҡушыла. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингән урында махсус йәшник ҡуйыла. Яңы йыл теләктәре 29 декабргә тиклем ҡабул ителә.