Ауылдарҙа ФАПтар файҙаланыуға тапшырыла

Ауылдарға заманса медицина. Федоровка районы Златоустовка ауылында һәм Ҡариҙел районы Ҡарышйылға ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункттары файҙаланыуға тапшырылды. Медицина учреждениелары “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлгән. Унда процедура һәм прививка яһау кабинеттары, ҡабул итеү урыны, дарыу һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Медицина пункты Златоустовка ауылында - 220, Ҡарышйылғала 20-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.