Республикала башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтә

Республикала башҡорт теле көнөнә арналған байрам саралары бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Майҙанда шәхестең ижади мираҫы яңғыраны.

Башҡорт теле көнө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, бишенсе йыл рәттән 14 декабрҙә - Аҡмулланың тыуған көнөндә уҙғарыла. Сара туған телде милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Педагогия университеты алдында ойошторолған тантанала республика етәкселеге, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шағир-яҙыусылар ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң тарихи үҙәгендә Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл ун биш йыл элек ҡуйылғайны. Ҡулына китап тотҡан образ йәш быуынды бөгөн дә ғилемгә әйҙәй.

Туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар бер көн менән генә сикләнмәй. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҙур эш алып бара.