Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Сибай, Белорет райондарының һөнәри белем биреү учереждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында һигеҙенсе күсмә спартакиада уҙҙы. Педагогтар шашка, өҫтәл теннисы, дартс, уҡтан атыу, волейбол буйынса үҙ-ара көс һынашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агро‐сәнәғәт колледжында үткән “Дәрт” спартакиадаһында 6 команда етеҙлектә, таһыллыҡта көс һынашты. Йыл һайын урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары араһында үткәрелгән спорт сараһы осрашыу, аралашыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуға ла ҡайтып ҡала.
Һөнәри билем биреү учреждениелары уҡытыусыларының күптәре спорт менән дуҫ, быны улар студенттарына ла тәрбиәләй. Сибай ҡалаһының күп профилле колледжы уҡытыусыһы Ләйлә Хафизова һуңғы йылдарҙа уҡтан атыу менән мауыға. Спартакиадала ла был спорт төрө буйынса ҡатын‐ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында студенттарҙы спортҡа ылыҡтырыу өсөн ба уңайлыҡтар булдырылған. Спартакиадала кадет төркөмө егеттәренең сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
“Уҡытыусы һәм остаз йылы”на йомғаҡ яһау сараһы булараҡ үткәрелгән спорт ярышының һөҙөмтәләре буйынса абсолют беренселеккә Сибай күп профилле белем биреү колледжы командаһы сыҡты. Башҡа уҡыу йорттары педагогтары ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, төрлө номинацияларҙа урындар алды. Күсмә спартакиада киләһе йыл Аҡъярҙа үтәсәк.