Миәкә районында йәшәүселәр урындағы Өйәҙе йылғаһында тәбиғәт мөғжизәһенә тап булған

Тәбиғәт мөғжизәһе! Миәкә районында йәшәүселәр урындағы Өйәҙе йылғаһында әйләнгән түп-түңәрәк боҙ ҡатламына тап булған.

Видеояҙманан күренеүенсә, сатлама һыуыҡта туңып өлгөрмәгән йылға өҫтөндә теп-теүәл геометрик формалы ҡалын боҙ ҡатламы өрөлә. Ғәжәйеп күренеште видеоға төшөрөүсе ир түңәрәкте сәғәт менән сағыштырып, уның сәғәт телдәренә ҡаршы әйләнеүен билдәләп, тәбиғәтте аңлап бөтөп булмай, тип һоҡланған.