“Маҡсатыбыҙға ирешһәк, тыныслыҡ була”. Владимир Путин махсус хәрби операция тураһындағы һорауға шулай тип яуап бирҙе. “Беҙ Украинала денацификация, демилитаризация үткәреү, уның нейтраль статусы хаҡында һөйләштек. Бурыстар бөгөн дә үҙгәрмәй”, - тине ил башлығы. Илдә мобилизацияның икенсе тулҡыны көтөләме? “Юҡ”, - тине Владимир Путин. “Беҙ кешеләрҙе үҙ теләктәре менән Ҡораллы көстәргә йәлеп итеү буйынса ҙур кампания башланыҡ. Бөгөнгә 486 мең кеше хәрби контарктҡа ҡул ҡуйған. Тыуған илде һаҡларға теләгән ир-егеттәр ағымы кәмемәй. Көн һайын 1 мең ярым кеше доброволецтар сафына баҫа”, - тине Рәсәй етәксеһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы матбуғат конференцияһын һәм тура бәйләнеште берләштерә. Эфирҙар ваҡытында президентҡа иң күп һорауҙар 2015 йылда ҡабул ителгән. Бөтәһе 3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Аралашыу оҙонлоғо буйынса 2013 йылда рекорд ҡуйылған. Владимир Путин халыҡ һорауҙарына 4 сәғәт 47 минут дауамында яуап биргән.