Башҡортостандан быйыл 11 айҙа сит илдәргә 9 мең 200 тонна он оҙатылған

Был күрһәткес былтырғы ошо осорға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан. Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға он һатылған. Тауар ентекле тикшереү үткән һәм тейешле сифат баһаһын алған. Быйыл беренсегә Афғанстанға ла башҡорт оно экспортланды.