Башҡортостан Ҡытайға етен оҙата

Ауыл хужалығын күҙәтеү төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районынан сит илгә 62 тимер юл вагонында 1 мең 615 тонна майлы культура ебәрелгән. Етендең сифаты лабораторияларҙа тикшерелгән һәм тейешле талаптарға тура килә.