Радий Хәбиров социаль селтәрҙә йыл һайын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойошторған конкурста еңгән ихаталар һәм подъездар тураһында яҙып сыҡты. Еңеүселәр «Иң яҡшы күп фатирлы йорт», «Иң яҡшы йорт алды ихатаһы», «Иң яҡшы подъезд» - барлығы өс номинацияла асыҡланған.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, ҡала округтары, ҡала биләмәләре, ауыл биләмәләре һәм Өфөнән ҡатнашыусылар айырым билдәләнгән. Һәр ваҡыттағыса, конкуренция бик юғары булған. Конкурсҡа быйыл барлығы 217 заявка килгән, уларҙың 173-ө бәйгегә үткәрелгән. Конкурсанттарҙы масхус комиссия баһалаған. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында йәмғеһе 16 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.