Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү «Яңы мөмкинлектәр» проектына старт бирҙе. Уның сиктәрендә химия сәнәғәте предприятиеһы үҙәктә тәрбиәләнеүселәргә төрлө ижади эш менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырасаҡ.
Ойошмала тегеү, балсыҡтан һауыт-һаба эшләү, бешеренергә өйрәнеү һәм башҡа оҫтаханалар эшләп килә лә инде. Предприятие аҡсаны киләсәктә төҙөләсәк ошондай уҡ яңы мәшғүллек үҙәгенә лә йүнәлтәсәк. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр «Полиэф»ҡа эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.