Шаран районының Түбәнге Зәйет ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда ҡатнаша

Шаран районының Түбәнге Зәйет ауылы халҡы Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда ҡатнаша. Ауыл халҡы программа ярҙамында юлдарҙы төҙөкләндерергә, мәҙәниәт йортон ремонтларға ниәтләй. Сара сиктәрендә Түбәнге Зәйеттәр бәлеш байрамы ойошторҙо.

Кейәү бәлешенең эслегенә ике төрлө ит, картуф алына. Ә уның ҡамыры йоҡа ғына итеп йәйелгәс, кәрзин формаһына әүәләнеп, табала ҡыҙҙырыла. Шаран районы уңғандары бешергән бәлештәрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Ҡарабойҙай, эсәк-бауыр, ҡабаҡ, 4 төрлө ит - хужабикәләр байрамға үҙ рецепты менән бешергән ҡамыр ризыҡтарын килтергән.

Байрамға килеүселәр аш-һыу әҙерләү оҫталығын ғына күрһәтмәне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн йылы йөн ойоҡ, бейәләйҙәр ҙә бәйләне.

Былтыр Түбәнге Зәйет халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»ярҙамында ауыл зыяратын төҙөкләндереүгә ирешкән. Тырыш зәйеттәр быйыл да ҡуйған маҡсаттарына ирешеренә шикләнмәй.