Радий Хәбиров төбәктә төҙөлгән һәм капиталь ремонт үткәрелгән социаль объекттарҙа булып эш сифатын тикшерҙе, киләсәккә бурыстарҙы билдәләне. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Төркмән мәҙәниәт йортонан хәҙер тәүлек әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Объектта капиталь төҙөкләндереү үткәрелгәндән һуң ижад менән шөғөлләнеү, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Әле «Ихлас» клубы ағзалары һәм ағинәйҙәр алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙға өсбармаҡлы бирсәткәләр бәйләй, носилкалар тегә.
Мәғлүм булыуынса, ике йыл элек Төркмәндә нодуляр дерматит ауырыуы таралып мал юҡ ителгәйне. Ул ваҡытта Республика башлығы ауылға килеп зыян күреүселәр менән осрашты. Халыҡ мал килтереүҙе ойоштороу, лайыҡлы компенсация түләүҙе һорауҙан тыш, социаль проблемаларҙы ла күтәрҙе, мәктәп-клубҡа ремонт, теген машиналары, музыка ҡоралдары алыу һәм башҡалар. Бөгөн төркмәндәр Радий Хәбировҡа ауыр ваҡытта ярҙамы һәм һүҙендә торғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Беренсе Төркмән ауылы клубы «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса ремонтланған. Ошо маҡсатта йәмғеһе 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Хужалар был сумманы тәләфләмәй генә тотоноп, экономияланған аҡсаға сәхнә костюмдары һәм йыһаздар алған. Мәҙәниәт йортонда 1989 йылда асылған Ғата Сөләймәнов музейы ла әле яңы һулыш кисерә.
Ҡурайсы, сәхнә оҫтаһы Ғата Сөләймәнов Төркмән ауылының ғына түгел, тотош Башҡортостандың ғорурлығы. Яҡташтары бөйөк шәхестең исемен ҡәҙерләп һаҡлай. Музейҙа Ғата Зөлҡәфил улының тормош һәм ижад юлы тураһында 800-ҙән ашыу экспонат һаҡлана. Капиталь ремонттан һуң залда интерактив ҡулланмалар ҙа барлыҡҡа килгән, уның аша тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт бирергә мөмкин. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был бигерәк тә йәш быуын өсөн уңайлы.
Музейҙа Радий Хәбировҡа Ғата Сөләймәновтың китабын бүләк иттеләр, ул Башҡортостан башлығы грантына яңынан нәшер ителгән. Төркмән мәктәбе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Мәғариф учреждениеһында 100-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, эргә-тирәләге ауыл балалары ла ошо мәктәптә уҡый. Ремонт барышында объектта инженер селтәрҙәре яңыртылған, ҡыйыҡ алмаштырылған, кабинеттар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла һуңғы йылдарҙа яңырыу осоро кисерә. Әле уҡыу йортонда оҫтаханаларҙы йыһазландырыу, ятаҡты төҙөкләндереү бара. Һөнәри белем биреү учреждениеһында һәм филиалдарында меңдән ашыу студент уҡый. Хәҙер йәштәр яҡты, иркен, уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәйәсәк. Мәҫәлән, элек санузел ҡатҡа берәү булһа хәҙер бүлмә һайын. Ятаҡ 320 кешегә иҫәпләнгән, йәғни ихтыяжды тулыһынса ҡаплай.
Республика башлығы төҙөкләндереү эштәрен юғары баһаланы. Заманса ремонт һәр һөнәри белем биреү учреждениеһында уҙғарыласаҡ, тине Радий Хәбиров.
Баймаҡтар көтөп алған тағы ла бер социаль объект -балалар поликлиникаһы. Медицина учреждениеһы бер сменала 300-ҙән ашыу баланы ҡабул итә ала. Иң мөһиме, кабинеттар заманса медицина аппараттары менән йыһазландырылған. Учреждениела стационар дауаланыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһында сауҙа рәттәрендә лә булды. Бында шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны һатыу өсөн махсус урындар эшләнгән.
Рәмзиә Кәримова