Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллиндың ғаиләһе менән осрашты.
Илнар Хәтмуллин Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы. Ул ошо уҡ ҡалала бейеүселәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Илнар үҙе лә бала саҡтан бейеүгә оҫта була, сәхнәне ярата. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас мобилизацияға эләгеп алғы һыҙыҡҡа юллана. Илнар Хәтмуллин 23 йәшендә генә һәләк булды. Үҙе махсус хәрби операцияға киткәндән һуң улы донъяға килде, отпускка ҡайтҡанда сабыйын күреп, һөйөп өлгөрҙө, үҫкәс бергә бейерҙәр тип хыялландыҡ, ти Илнарҙың әсәһе Лариса Хәтмуллина. Радий Хәбиров яугирҙың ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күреләсәк, тормош иптәше Фидалиәгә эш урыны менән булышлыҡ ителәсәк тине
Башҡортостан башлығы Баймаҡ мәсетендә коллегабыҙ, хәрби корреспондент Илдар Юлдыбаева менән кәләше Юлиә Ишбулатованың никахында ла булды. Радий Хәбиров Илдар менән Донбасҡа эш сәфәре барышында танышҡан. Шул ваҡытта яугир Республика башлығын ғаилә тантанаһына саҡырған да инде. Радий Хәбиров килермен тиһә лә йәштәр башлыҡтың тығыҙ графигында ваҡыт табылырына ышанмай. Республика башлығының тәбрикләргә килеүе йәш пар өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды.