Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса район һәм ҡала филиалдарына автомобилдәр тапшырылды.
Яңы техниканы Дәүләкән һәм Стәрлетмаҡ ҡалалары, Саҡмағош, Борай, Әбйәлил районы вәкилдәре алды. Автопарк һуңғы өс йылда яңыртыла. Әлеге ваҡытта филиалдарҙа 47 автомобиль бар, уларҙың ҡайһы берҙәре 10 йылдан ашыу хеҙмәт иткән.
Ике-өс йыл эсендә иҫке машиналар тулыһынса яңыларына алмаштырыласаҡ тип күҙаллана.