Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның «Әсәйем һабаҡтары» исемле яңы китабының исем туйы үтте.
Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарылған кисә рухиәт һәм сәнғәт байрамына әүерелде. Сараға шағирәнең ижадташ дуҫтары, яҡташтары һәм ауылдаштары, эстрада йондоҙҙары, уҡытыусылар, композиторҙар, ҡыҫҡаһы, әҙибә шиғриәтен һөйөүселәр йыйылды.
Фирүзә Абдуллина - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзаһы, 6 китап авторы. Шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән. 2020 йылда ул «Йыл шағиры» исеменә лайыҡ булды.
Авторҙың 700 дана тираж менән баҫылған яңы йыйынтығына халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына таянып, ябай, халыҡсан телдә яҙылған шиғырҙары тупланған.