Башҡортостанда быйыл 2 миллион 790 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Күрһәткестәр уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында булғандан 4 процентҡа яҡшыраҡ. -Йыл һөҙөмтәләре буйынса 3 миллион квадрат метрҙан күберәк торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, - тине премьер-министр Андрей Назаров.