Башҡортостанда Яңы йыл каникулында янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡышын янып үлеүселәр һаны арта. Тәмәке тартыу, төҙөк булмаған мейес һәм электр приборҙарын файҙаланыу  арҡаһында  йыш ҡына ут сыға.  Ошоно ла иҫәпкә алып 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем республикала янғынға ҡаршы  махсус тәртип индереү тураһында  ҡарар ҡабул ителде. Бөтә район һәм ҡалаларҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.