Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел ауылы янында Өфө йылғаһы аша боҙҙан сығыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша боҙ юлы булдырылды. Был урындарҙан еңел машиналар ғына үтә ала. Тиҙҙән Бөрө ҡалаһында ла боҙ күперен асыу көтөлә. Краснокама районында Кама йылғаһы аша ла боҙҙан үтеп була ине, быйылдан хәрәкәт туҡтатылды.