Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға ярҙамға мотоцикл. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Был юлы яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса тупланған кәрәк-яраҡтар менән бергә, мотоцикл да оҙатыла. Ике тәгәрмәсле техниканы автотранспорт менән сауҙа иткән үҙәктәрҙең береһе әҙерләгән. «Кузбасс» ҡушаматлы яугир уны махсус хәрби операция биләмәһенә кәрәкле техника булараҡ һораған.