Тәүге тапҡыр филармония сәхнәһендә. Балалар өсөн яҙылған шиғырҙар оркестр оҙатыуында. Стәрлетамаҡта Гөлфиә Юнысованың «Урман оркестры» шиғырҙар циклы яңыса яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һәр урман януары, бөжәгенең - үҙ уйын ҡоралы. Ә бергә - тотош оркестр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың кескәй генә дүрт юллығы ла ҙур әҫәр булып яңғырай. Шиғырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова уҡыһа, музыкаль яҡтан Стәрлетамаҡ филармонияһының рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры биҙәне. Көйҙәрҙе һәм башҡорт халыҡ көйҙәренә эшкәртмәләрҙе шағирәнең улы Урал Иҙелбаев яҙған.
Тамаша залында балаларҙы өлкәндәр алмаштыра. Быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Гөлфиә Юнысова менән осрашыу һорау-яуап форматына күсә.
Кисәлә шулай уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары башҡарыуында шиғирәнең киң билдәле һәм яңы әҫәрҙәре, йырҙары яңғыраны, әҙәбиәт һөйөүселәр изге теләктәрен еткерҙе.
Шағирә булһам да, мин тормошта - реалист. Ҡояшы байыуға барған ғүмер офоғомдо балҡытып ебәргән, ижадҡа илһамландырған стәрлетамаҡтарға рәхмәтем сикһеҙ, ти Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы.
Шиғырҙарың аша балалар донъяны танып белә, телде өйрәнә, өлкәндәр күңеленә дауа, рухына көс ала икән, шағирә өсөн иң ҙур баһа ла шул.
Рәйсә Абдуллина