Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы ирекмәндәрен бүләкләне

Шулай уҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостанда «мәктәп туризмы» проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға билдәләнгән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Көнүҙәк темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Коронавирус пандемияһы булһынмы, махсус хәрби операциямы - район-ҡалаларҙа ирекмәндәр берләшеп, көслө хәрәкәт булыуын күрһәтте. Республика менән идара итеү үҙәгендә изге эштәре менән барыһына ла өлгө булған яҡташтарыбыҙҙы «Башҡортостан ирекмәне» почетлы билдәһе менән бүләкләү тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында көмөш һәм йәш волонтерҙар булды, улар республиканың төрлө төбәгенән йыйылған.

Оператив кәңәшмә барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелеүе, был эшкә барлыҡ яуаплы хеҙмәттәр йәлеп ителеүе билдәләнде. «Ватан һаҡсылары» фондының төбәк филиалына ғына ун дүрт мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың ун өс меңе хәл ителгән. Социаль координаторҙар барлыҡ муниципалитеттарҙа ла әүҙем эш алып бара, махсус уҡыу үткән белгестәр һаны 97-гә еткән. Ярҙам сараларына килгәндә, улар тулылана.

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн 46 туристик маршрут булдырылған. Ике йыл эсендә мәктәп туризмы проекты сиктәрендә илле меңдән ашыу бала Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән, уларҙың ун туғыҙ меңе Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышҡан. Республика Рәсәй кимәлендә программала ҡатнашыусылар һаны һәм йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса икенсе урында. Радий Хәбиров уңышлы башланғысты дауам итергә ҡушты.

Уҡыусылар араһында патриотик һәм профориентация йүнәлешендәге турҙар, Башҡортостан халыҡтарының тарихы, мәҙәниәте һәм традициялары менән яҡындан танышырға мөмкинлек биргән этнотурҙар бик популяр. Сәфәрҙәрҙе ойоштороуҙа ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Был иһә ғаилә менән мәктәп араһындағы бәйләнеште нығыта. Проект республиканың дөйөм туризм тармағы үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Гөлназ Хәйбуллина