Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә бәйле Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итергә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә Учалы районында ойошторолған республика ведомство-ара комиссия ултырышы һөҙөмтәләре ҡаралды.
Билдәле булыуынса, алтынға бай төбәктә ҡаҙыу эштәре алып барыуға 49 лицензия бирелгән, шул иҫәптән 17 компания тупаҫ етешһеҙлектәр менән эшләй. Власть органдары тарафынан ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Был өлкәлә башҡарылған эшкә йомғаҡ февралдә үтәсәк ведомство-ара комиссия ултырышында иғлан ителә.
Ултырышта транспорт сараларын тәбиғи газға үҙгәртеп йыһазландырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Өфө районында өс мең квадрат метр майҙанда Республика газ мотор үҙәге төҙөлөшө планлаштырылған. Ойошма транспорт сараларын газ баллоны ҡорамалына күсереү буйынса эшмәкәрлек алып барасаҡ. «Энергетика үҫеше» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 2020 йылдан алып яҡынса 4 мең берәмек транспорт сараһы метанға күскән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәбиғи газдың кубометры бер литр бензиндан ике ярым тапҡырға кәмерәк, республика буйынса уртаса 21 һум 62 тин тәшкил итә. Шулай уҡ Башҡортостанда газмотор яғыулығы булған автомобиль водителдәренә транспорт һалымына илле процент льгота ҡаралған.