Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын ҡаршыланылар

Республика тантаналы шарттарҙа «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы ҡаршыланы. Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ике аҙналыҡ ялға ҡайтты. Ярты йылдан ашыу алғы һыҙыҡта булған яугирҙар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Баш ҡаланың Совет майҙанында яҡындарын ҡаршы алыусыларҙың ҡыуаныстарының сиге юҡ. Улар яугирҙарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алды, һәр кемдең күңелендә йылы хис-тойғолар урғыла.

Совет майҙанына күптән көтөлгән автобустар килеп туҡтаны. Хәрби кейемдәге ир-уҙамандарҙа яҡындарын һағыныу тойғоһо көслө. Улар күҙ асып йомған арала транспорттан төшөп ҡатындарын, балаларын, яҡындарын ҡосто. Шат ауаздар хатта ҡышҡы елдең һалҡынлығын да һиҙҙертмәне.

«Айыу» ҡушаматлы яугирҙы ҡатыны, ҡыҙы, улы ҡаршыланы. Өйҙә яңы тыуған ейәнсәре лә көтә. Яугир алғы һыҙыҡҡа йөрәк ҡушыуы буйынса, ил һағына баҫҡан.

Яугирҙар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле алдында тигеҙ сафҡа теҙелде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусылар араһында гүзәл заттар ҙа бар. Ватан алдында изге бурыстарын үтәүселәрҙе Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов тәбрикләп, ике аҙна ялда йәштәр менән аралашып фәһемле осрашыуҙар ойоштороуға ла ваҡыт бүлеүҙәрен үтенде.

Яңы йыл алдынан ялға ҡайтыусылар араһында бер-нисә көн элек кенә хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар бар. Беҙҙең «Башҡортостан» полкы яугирҙары хәрби операция барышында әҙ генә юғалтыуҙар менән дошмандың ҙур плацдармын тар-мар итте, аманатҡа бик күп һалдаттар алды. Беҙ ҡаһарман егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ.

Алик Камалетдинов, Башҡортостан Башлығының Хәрбиҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мәғариф учреждениеларында йәштәр араһында хәрби-патриотик темаға арналған осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ. Иң ҡыуаныслыһы - яугирҙар Яңы йылды өйҙә, ғаиләләре менән бергә ҡаршыласаҡ.

Гүзәл Борханова