Өфө районында теркәлгән аварияла мәктәп автобусы водителе һәм балалар зыян күргән

Бөгөн иртән Өфө районының Алексеевка ауылы эргәһендә «Higer» автобусы менән «Шакман» йөк машинаһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, транспорт салонында 25 бала булған. Һөҙөмтәлә 10 бала һәм 2 өлкән кеше зыян күргән. Төрлө йәрәхәттәр алған балалар 17-се, ә водитель 21-се дауаханаға оҙатылған. Ҡалған уҡыусылар төркөмө резерв автобуста тәғәйен урынға ебәрелгән.

Өфөнөң Ленин районы прокуратураһы юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле тикшереү ойошторған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яҡын көндәрҙә, айырыуса төндә, юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. Башҡортостанда алдағы көндәрҙә яуым-төшөм көсәйеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа температураһы төндә 7-12 градус, көнсығыш райондарында 18 градусҡа тиклем һыуыҡ күрһәтә.