Өфөлә «Башҡорт йыры» конкурсының Гала концерты үтте

«Башҡорт йыры» асҡан исемдәр. Телевизион конкурстың Гала концерты йылдағыса аншлаг менән үтте. Йылдың иң сағыу һәм үҙенсәлекле моң байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Йылдың төп музыкаль сараһы гала-концертҡа килеүселәр ретро, халыҡ һәм эстрада йырҙарына тамаша ҡылды, һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде. Репертуар һайлау, килешле костюмдарҙа сығыш яһау, эстрадала ҡулланылған яңы алымдар...»Башҡорт йыры»конкурсанттары етди һынау аша үтеп кенә ҙур сәхнәне яулай ала, ти проект авторы Рита Өмөтбаева.

Гала-концертҡа «Башҡорт йыры» аша халыҡ араһында күптән танылыу яулаған билдәле йырсылар ҙа сыҡты. Уларҙың башҡарыу оҫталығы, үҙ өҫтөндә даими эшләүе, уңышлы йырҙарҙан торған репертуар һайлай белеү маһирлығы йыр сәнғәтендә тәүге аҙымдарын яһаған йәштәргә өлгө булып тора. Башҡорт йырын йөрәктән урғылған моң аша еткереүселәр байрамын тамашасы ла юғары баһаланы.

«Башҡорт йыры» конкурсында тәрән мәғәнәле, камил йырҙар яңғырай, яңы исемдәр асыла.

Рух, сәм уятыусы моң ярышында йәш таланттар сығышы туғыҙ номинация буйынса баһаланды.

Телевизион миҙгелдең төп бүләге - Гран-при Айтуған Вәлмөхәмәтовҡа тапшырылды.

Йылдың төп музыкаль байрамы тәрән йөкмәткеһенән тыш, зауыҡлы биҙәлеше йәһәтенән дә халыҡ күңелен арбаны.

«Башҡорт йыры»телевизион конкурсы 13-сө йыл рәттән тамашасыны моңло халыҡсан, дәртле эстрада, хисле ретро-йырҙар менән һөйөндөрә. Конкурс яңы исемдәр, йондоҙҙар аса, моң аша халыҡҡа зауыҡ, рух, дуҫлыҡ хистәрен дә еткерә.

Гүзәл Борханова