Бөрйән районы Байназар урта мәктәбендә “Герой парталары” асылды

Улар махсус хәрби операция яугирҙәре – Инсур Кинйәкәйев һәм Хәкимйән Ҡарағоловҡа бағышлана. Һалдаттар икеһе лә ошо мәктәпте тамамлаған, алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарына тәҡдим ителгән. “Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡыйыу ир-егеттәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ. “Герой партаһында” алдынғы уҡыусылар, олимпиада һәм конкурста еңеү яулаған балалар ултыра”, - ти белем усағы директоры Нурзилә Исмәғилева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт