Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Экспозиция үҙәгенә Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиевтың шәхси коллекцияһында һаҡланған уникаль фотоһүрәттәр ҡуйылған. Уларҙың күбеһен атаһы Баһауетдин Мөхәмәҙиевтың эштәре тәшкил итә. Уларҙы Арыҫлан Мөбәрәков менән дуҫлыҡ ептәре бәйләй.

Марсэн Мөхәмәҙиев Башҡортостан телевидениеһына 1966 йылда эшкә килә. Тәүҙә ҡуйыусы, яҡтыртыусы, кинооператор ассистенты, һуңынан телеоператор булып эшләй. Бик күп нәфис һәм документаль фильмдар төшөрөүҙә ҡатнаша. Бөгөн кинотаҫмаларҙың барыһы ла телевидение фондында һаҡлана. 2018 йылда Башҡортостан телевидениеһы тарихына арналған «Телевидение кадр алдында һәм кадр артында» фотоальбомын нәшер итте. Арыҫлан Мөбәрәковтың 115 йыллығына арналған «Ябай ҙа ул, бөйөк тә...» шәхси күргәҙмәһе менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында танышырға мөмкин.