Ижади коллектив билдәле рус яҙыусыһы Самуил Маршактың «Ун ике ай» пьесаһы буйынса бале-әкиәтен сәхнәләштерҙе. Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн дә яңылыҡ булып тора. Бөгөн премьераның беренсе көнө үтте.
Билдәле Совет әкиәте яңы һүрәтләнештә. Ул ғәскәровсылар өсөн дә яңылыҡ булып тора. Әлегә тиклем тамашасылар ҙа ижади коллективты бындай амплуала күргәне булмаған.
«Ун ике ай» тип исемләнгән балет-әкиәте өсөн өр-яңынан сағыу костюмдар тегелә, көй-моң яҙҙырыла. Проект ярты йыл эсендә тормошҡа ашырылһа, ә идея өҫтөндә эш ике йыл самаһы алып барыла. Спектакль халыҡ бейеүҙәре менән бергә, заман хореографияһын да берләштергән.
Премьераның беренсе көнө аншлаг менән үтте. Кескәй тамашасылар менән бергә, ата-әсәләр ҙә мауыҡтырғыс әкиәтте яратып ҡараны. Тамаша ай аҙағына тиклем Фәйзи Ғәскәров концерт залында бара.
Азат Ғәлиуллин