Үҙебеҙҙең яугирҙар өсөн. Өфө районы Дмитриевка ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе һалдаттарға арналған хәйриә концерты үтте. Тамашасылар иғтибарына һәүәҫкәр артистар башҡарыуында спектакль, бейеүҙәр һәм хәрби-патриотик йырҙар тәҡдим ителде. Мәҙәни сараны ойоштороусы «Аҫылйәр» фольклор-йыр театры концерттан килгән аҡсаны яугирҙарға ебәрәсәк. Ауылдаштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына даими рәүештә ярҙам итә.