Башҡортостан Башлығы Евросоюздың сираттағы санкция исемлегенә индерелгән

Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплағаны, башҡорт батальондарын ойоштороу һәм Красный Луч ҡалаһында логистик үҙәк булдырыу өсөн  яңыртылған исемлеккә эләккән. Предприятиеларҙан “Башҡорт электрон-телекоммуникация берекмәһе” һәм  “Күмертау авиация етештереү компанияһы” бар. Быға тиклем республиканан машиналар эшләү, катализаторҙар етештереү һәм геофизика өлкәһендә мәшғүл алты предприятие  Америка Ҡушма штаттар санкцияларына эләкте.