“Алға” махсус иҡтисад биләмәһе “Импортты алмаштырыу” номинацияһында илдә иң яҡшыһы тип танылған. Эксперттар Яңы булдырылған номинацияла тап Башҡортостанды билдәләргә ҡарар иткән. Республикала махсус хоҡуҡи статус һәм инвесторҙар өсөн льготлалы һалым режимы менән “Алға” иҡтисад биләмәһе 4 йыл эшләй. Әлеге көндә унда 61 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме һәм 2800-гә яҡын эш урыны булдырырға теләк белдергән 20 резидент теркәлгән.