“Башнефть” компанияһы “Ҡыш бабай бүләге” акцияһын 12 йыл рәттән ойоштора

Быйыл «Бергә» ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәренә һәм «Беренселәр хәрәкәте» нең йәш активистарына Ҡыш бабай, әкиәт геройҙары, ихлас ҡотлау һәм конкурстарҙан тыш, Спорт һарайында "Өфөоргсинтез" командалары араһындағы мауыҡтырғыс хоккей матчын күҙәтеү бәхете тейҙе, һуңынан үҙҙәре лә боҙға сыҡты.«Башнефть» ирекмәндәр хәрәкәтенең сафы йылдан-йыл киңәйә. Әле активта меңдән ашыу кеше. Бында финанс ярҙам ғына түгел, ваҡытын, хәстәр һәм күңел йылыһын бирергә әҙер йәштәр ҡушыла.

Компания ирекмәндәре Башҡортостандағы, Төмәндәге, Нарьян-Марҙағы 23 балалар учреждениеһына, шулай уҡ ишле ғаиләләр һәм Луганск, Донецк балаларына ярҙам итә.

Белем көнө алдынан «Башнефть» ирекмәндәре йыл һайын «Мәктәпкә бүләк» акцияһын үткәрә. Улар үҙ аҡсаһына мәктәп кәрәк-яраҡтары, форма, көндәлек кейем, шефлыҡҡа алған балалар йорттары уҡыусыларына төрлө әйберҙәр һатып ала.

25 декабрҙә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу “Бергә” ғаилә үҙәгендә була. Декабрь аҙағына тиклем «Башнефть» ирекмәндәре шефлыҡҡа алған балалар приюттарының һәр береһенә бүләктәр алып бара.