Салауат Юлаев батальоны яугиры алғы һыҙыҡҡа килгән хат адресаты менән осрашты

Өфөнөң һаңғырауҙар һәм насар ишетеү-селәр өсөн 30-сы коррекция интернат тәрбиәләнеүселәре «Һалдатҡа хат» акцияһында ҡатнашҡан. «Симба» ҡушаматлы яугир уҡыусыларға хәрбиҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һәр тәрбиәләнеүсе үҙенең яҡшы билдәләре, лайыҡлы тәртибе, алғы һыҙыҡҡа яҙған хаттары менән еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, тип билдәләне Салауат Юлаев батальоны яугиры .

Өфөнөң һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр өсөн коррекция интернат тәрбиәләнеүселәре хаттарының мөһимлеген аңланы. Осрашыуға интернатта тәрбиәләнеүсе 5, 6, 7-се класс уҡыусылары килде. Улар яугирға һорауҙарын бирҙе, артабан да акцияла ҡатнашырға, Ватанды һаҡлаусыларға хат яҙырға теләк белдерҙе.